Главная » 2019 » Май » 17 » «Урал батыр»эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһендә иң-иңдәр билдәләнде
10:12
«Урал батыр»эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһендә иң-иңдәр билдәләнде

    14 май көнө Баймаҡ ҡалаһының 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең район бәйгеһендә 23 мәктәптән 13 фольклор төркөмө һәм 28 уҡыусы сығыш яһаны. Ишмәтова Рәмилә (Әхмәр мәктәбе, 4-се класс, етәксеһе – Мусина Д.Ш.) һәм Шахморатова Рәзинә (Темәс мәктәбе, 6-сы класс, Шахморатова З.Ә.), мәшһүр эпосыбыҙҙы башҡорт телендә яттан һөйләп, милли музыка ҡоралдарында оҫта уйнап, Гран-при яуланылар. Йәноҙаҡова Нәйлә (Баймаҡ ҡалаһы 3-сө һанлы мәктәбе, 4-се класс, Моҡаева Л.И.) һәм Аҡбулатова Азалия (Темәс мәктәбе, 5-се класс, Яхина М.М.) – беренсе, Мостахетдинова Гөлсинә (Кәрешкә мәктәбе, 2-се класс, Ҡазарбаева Н.Х.), Йосопова Гөлнәзирә (2-се Этҡол мәктәбе, 4-се класс, Арсланова Р.А.), Мусина Нурия (Темәс мәктәбе, 5-се класс, Яҡупова Г.Ф.) – икенсе,  Ғүмәрова Йәмилә (2-се Этҡол мәктәбе, 4-се класс, Арсланова Р.А.), Бикбулатова Эльза (Йомаш мәктәбе, 4-се класс, Аҡбулатова С.Ә.), Захаров Илья (Баймаҡ ҡалаһы 1-се һанлы мәктәбе, 4-се класс, Ризуанова Г.Ф.), Ғибәтова Линара (2-се Этҡол мәктәбе, 6-сы класс, Мәмбәтҡолова Р.Ә.) өсөнсө урынға лайыҡ булды.

8 уҡыусы төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип табылды.

Башҡорт халыҡ эпостарынан өҙөк сәхнәләштергән фольклор төркөмдәре араһында беренсе урынды – Баймаҡ ҡалаһы 2-се һанлы мәктәбе уҡыусылар төркөмдәре (етәкселәре – Байымова Г.Ф., Ғәлиуллина С.С.),  икенсе урынды – Ниғәмәт мәктәбе (Әүәлбаева Р.З.), Баймаҡ ҡалаһы 4-се һанлы лицейы (Яҡшыбаева Г.И., Рәхмәтуллина А.Р.), өсөнсө урынды Ишмырҙа мәктәбе (Сыңғыҙова В.М.), Ҡолсора мәктәбе (Әбсәләмова А.Ф.) һәм Баймаҡ ҡалаһы 1-се һанлы мәктәбе төркөмдәре (Хисмәтуллина А.С., Мырҙабаева Э.Р., Рәхимова Г.Р., Рәхимова З.Р.) яуланы.

Йәш сәсәндәрҙе еңеүҙәре менән ҡотлап, киләсәктә лә яңы уңыштар, ҙур еңеүҙәр юлдаш булыуын теләйбеҙ.

фото

Просмотров: 445 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА