Главная » 2020 » Август » 12 » «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр конкурсы һөҙөмтәһе
14:31
«Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр конкурсы һөҙөмтәһе

 Быйыл республикала «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең конкурсы онлайн форматта ойошторолдо. 1-се кластан алып 11-се класҡа тиклем бөтәһе 101 уҡыусы ҡатнашты. Беҙҙең район намыҫын 8 уҡыусы яҡланы һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.

 1-4-се кластар араһында Баймаҡ 5-се мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Баййегетова Нәйлә 2-се урын (етәксеһе Мырҙағәлина Д.Ғ.), Сәйғәфәр урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Солтанова Зөһрә 3-сө урын (етәксеһе Байкова Л.Ә.); 5-7-се кластар араһында Темәс урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Шахморатова Рәзинә 2-се урын (етәксеһе Шахморатова З.Ә.) яуланылар.  Темәс урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Аҡбулатова Азалия ( етәксеһе Яхина М.М) «Оҫта  ҡобайырсы» номинацияһына лайыҡ булды. Еңеүселәр мәғариф Министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.

  Еңеүселәрҙе һәм уларҙа рух тәрбиәләгән етәкселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә яңы ижади уңыштар теләйбеҙ!

Просмотров: 278 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА