Главная » 2020 » Март » 23 » Урғаҙа мәктәбендә эстафета тапшырыу сараһы
12:12
Урғаҙа мәктәбендә эстафета тапшырыу сараһы

   Башҡорт теле  йылы сиктәрендә 17 март көнө Урғаҙа мәктәбендә эстафета тапшырыу сараһы ойошторолдо һәм ул ауылдағы Бөйөк Ватан һуғышы геройы Пименев Иван Тимофеевич бюсы янында башланып китте. Алып барыусылар ҡатнашыусыларҙы сәләмләне, уҡыусылар шиғыр һөйләнеләр. Бюст янына хәрби кейемдәге уҡыусыларҙан пост ҡуйылған ине.

   Урғаҙалар ҡунаҡтарҙы мәктәп эсендә дәртле йыр һәм икмәк менән ҡаршы алдылар. Икенсе ҡатта башланғыс кластар ҡатнашлығында музыкаль композиция әҙерләнгән ине. Шунда уҡ балаларҙы башҡорт милли уйынына саҡырҙылар. Башҡорт тирмәһенә арналған экспозицияла фото төшөү ойошторолдо.

   Артабан сара тамаша залында дауам итте. Зал матур һәм темаға ярашлы итеп биҙәлгән: сәхнәлә – Еңеүгә арналған баннер, шаршауҙарҙа – төрлө төҫтәге шарҙар, сәхнә ситендә – автомат тотҡан яугир һыны. 2 алып барыусы һәм балалар ҡатнашлығында йыр-бейеүҙәрҙән торған матур тамашала һәр кем үҙ оҫталығын күрһәтте.

  Аҙаҡтан бөтә ҡатнашыусылар тарафынан “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры башҡарылды, Йомаш мәктәбе директоры Мырҙабулатов Р.Р. эстафетаны ҡабул итеп алды. Байрам аҙағында ашханала башҡорт милли аш-һыуы әҙерләнгән ине. Телебеҙҙең бөйөклөгөнә дан йырланған был тантана бик йөкмәткеле итеп әҙерләнгән ине.

 

Просмотров: 370 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА