Главная » 2019 » Май » 8 » ТЕМӘС АУЫЛЫ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕНДӘ БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫЛАРЫНЫҢ ЗОНА КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ҮТТЕ
11:54
ТЕМӘС АУЫЛЫ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕНДӘ БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫЛАРЫНЫҢ ЗОНА КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ҮТТЕ

   6 май көнө Темәс ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының зона конференцияһы үтте. 
   Уның эшендә Урал аръяғының Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы, Хәйбулла райондары, Межгорье, Сибай ҡалалары дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, директорҙары, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, мәғариф бүлеге методистары, ата-әсәләр комитеты вәкилдәре, ҡоролтай ағзалары һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Байғусҡаров Зариф Зәкир улы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли мәғариф, регион-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге начальнигы Сафиуллина Розалия Рәсих ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса республика ресурс үҙәге директоры Әбделмәнова Әлфиә Вәкил ҡыҙы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт Дәүләт педагогия университеты доценты Аҙнабаева Фирҙәүес Ғиса ҡыҙы, Баймаҡ районы муниципаль районы Хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Әминев Фәнис Ғәбдрәшит улы, Баймаҡ районы муниципаль районы мәғариф бүлеге начальнигы Зәйнуллин Илдус Әдиф улы ҡатнашты. 
   Зона конференцияһы Өфө ҡалаһында 10-12 апрелдә үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторолдо. 
Темәс ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе коллективы тарафынан күргәҙмә экспозициялар эше ойошторолдо, делегаттар өсөн мәктәп буйлап экскурсия үткәрелде. 
   Зона конференцияһының тантаналы өлөшө уҡыусыларҙың сәләмләүе менән асылды. Баймаҡ районы муниципаль районы мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Әдиф улы Зәйнуллин эш программаһы менән таныштырҙы. 
   Артабан конференция эше «Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: тәжрибә һәм яңылыҡтар», «Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен сифатлы уҡытыу юлдары», «Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу: мотивация, шарттар һәм һөҙөмтә», «Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә шәхес тәрбиәләүҙә күсәгилешлек» темалары буйынса 4 майҙансыҡта дауам ителде. Унда башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса сығыштар, оҫталыҡ дәрестәре, фекер алышыуҙар урын алды, “Туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһы”на тәҡдимдәр индерелде. 
   Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ тарихы Темәс ауылы менән бәйле. Шуға ла конференция тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән танышыу, тарихи урындарға сәйәхәт ҡылыу, Әхмәтзәки Вәлиди Туған бюсына сәскәләр һалыу кеүек саралар менән байытылды. 
   #Башҡорттеленяратам акцияһы, делегаттарҙың һәм саҡырылған ҡунаҡтарҙың “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын бергәләп башҡарыуы телебеҙҙең бөйөклөгөн тағы бер ҡат иҫбатланы. 

 “#Башҡорт телен“ акцияһы бөгөн Баймаҡ районы Темәс ауылында баш алды. Конференцияла ҡатнашыусы башҡа район вәкилдәре лә был акцияға ихлас ҡушылырға теләк белдерҙе.  Башҡортостаныбыҙҙың һәр ҡала-районында ғына түгел, сит илдәрҙә, төрлө ҡитғаларҙа ла “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры, халҡыбыҙҙың гүзәл хазинаһы булып,  мәңге яңғыраһын әйҙә!

   Пленар өлөштә Баймаҡ районы белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих уҡытыусылары, директорҙары, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, ата-әсәләр комитеты, “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары, делегаттар алдында сығыш яһаусылар, телебеҙҙең бөгөнгөһөнә байҡау яһап, көнүҙәк проблемаларҙы күтәрҙе, зона конференцияһы ҡарарҙарының тормошҡа ашыуына ҙур ышаныс белдерҙе. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Байғусҡаров З.З., Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Ҡолһарина Г.Ғ. тәжрибәле педагогтарға Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.

#БашҡортТеленЯратам 

Фото

Просмотров: 763 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА