Главная » 2016 » Июнь » 27 » “Тарихи Башҡортостан буйлап” темаһына күсмә семинар ойошторолдо
09:03
“Тарихи Башҡортостан буйлап” темаһына күсмә семинар ойошторолдо

   Үткән аҙнала Баймаҡ районы мәғариф бүлеге Өфөнән килгән делегация менән берлектә “Тарихи Башҡортостан буйлап” темаһына күсмә семинар ойошторҙо. Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Әбдрахимова Тамара Ғәфүр ҡыҙы етәкселегендәге делегация составы мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методистары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларынан тора ине.

   Ике көнлөк семинарҙың программаһы бай һәм тығыҙ итеп төҙөлгәйне. Беренсе көндә ҡунаҡтар Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы Темәс тарихи-мәҙәни үҙәгендә булды. Улар тәүге баш ҡаланың тарихи урындарында булып, кискә йәмле Талҡаҫ күле буйында Баймаҡ районы хакимиәте башлығы И.Х.Ситдыҡов менән осрашты. Осрашыу эшлекле шарттарҙа үтте. Һүҙ киләсәктә Өфө һәм Баймаҡ ҡалаһы мәктәптәре араһында бәйләнеш булдырып, тәжрибә уртаҡлашып, эшлекле сәфәрҙәр ойоштороу тураһында барҙы.

   Икенсе көн Баймаҡ ҡалаһындағы “Тарихи тыуған яҡты өйрәнеү”, “Ҡурай”музейҙарына экскурсия яһауҙан башланды. Баймаҡ ҡалаһы 2-се һанлы мәктәбендә ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла ҡатнашты. Баш ҡала һәм Баймаҡ районы уҡытыусылары бер үк проблемалар менән йәшәй, уртаҡ фекерҙәр, тәҡдимдәр менән сығыштар яһанылар. Һөйләшеү бик йәнле барҙы.

   Артабан сара “Ирәндек” заповеднигының тарихи-археологик һәм ландшафт музейында булып, Мөжәүир хәҙрәттең дини-мәҙәни комплексында дауам итте. Ысынлап та, беҙҙә тарихи Башҡортостанды сағылдырған урындар күп. Ирәндек итәгендәге һынташтар теҙеме үҙе үк башҡорттарҙың бик борондан был ерҙәрҙе төйәк итеүе тураһында һөйләй.

  Ҡунаҡтарға районыбыҙ тәбиғәтенең йөҙөк ҡашы булған “Ғәҙелша” шарлауығын күрһәтмәү яҙыҡ булыр ине. Сара “Ғәҙелша” шарлауығына күтәрелеү, уның хозурлығында бергәләп фотоға төшөү менән тамамланды. 

Просмотров: 1029 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА