Главная » 2018 » Ноябрь » 27 » тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫарҙарының район кәңәшмәһе
08:20
тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫарҙарының район кәңәшмәһе

   23 ноябрь 1-се Этҡол мәктәбендә тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫарҙарының  «Хәҙерге заман шарттарында ата-әсәләр Советы һәм белем биреү биреү учреждениеһының берҙәмлеге» темаһына район кәңәшмәһе үтте. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар 3-сө  класта  «Ғаиләм минең- терәгем» (класс етәксеһе Хәсәнова А.А.), 5-се  класта  «Ғаиләм – минең байлығым» (Дәүләтбаева Ф.Ә.), 8-се класта «Татыу ғаилә - ил терәге» (Мәхмүтова Г.А.) исемле класс сәғәттәре ҡаранылар. Мәктәп уҡыусыларының  «Ғаилә - сихри донъя» (Дәүләтбаева С.Р., Хисмәтуллина Г.Ә.), мәғариф ветерандарының «Ололар һүҙе - аҡылдың үҙе» (етәксеһе Монасипова З.З.)  тигән сығыштары тәҡдим ителде. Әҙәби – музыкаль композицияла Атайҙар советы  рәйесе Байымов А.Х., Байымова А.С., «Йәш ата-әсәләр» клубы ағзаһы Минғәлиева Рәғиҙәнең сығыштарын тамашасылар көслө алҡыштарға күмделәр. Шулай уҡ ошо клубтың ағзаһы Хисмәтуллина Резеда ҡыҙҙарға мәрйен теҙеү серҙәрен күрһәтте, ә Ҡасҡынова Ғ.Х. Әсәйҙәр көнө уңайынан ҡунаҡтарға үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен таратты.

    «Йәш армеец» клубында (етәксеһе Йортбәков Р.Р.) шөгөлләнеүсе уҡыусыларҙың сығышы барыһына ла оҡшаны. Шулай уҡ килгән ҡунаҡтарға мәктәп буйлап  йөкмәткеле экскурсия ойошторолдо. Экскурсия барышында ҡунаҡтар уҡыусыларҙың ҡул эштәре (Етәксеһе Ҡасҡынова Ғ.Х), «Йәш урмансылар» (Азаматова Ә.Ә.), «Умартасылыҡ» (Хәсәнов И.Ғ.) түңәрәгендә шөгөлләнеүсе уҡыусыларҙың һөҙөмтәләре, мәктәп коллективының портфолиолары менән таныштылар. Артабан бай  йөкмәткеле  музей экспонаттары менән танышыу ҡунаҡтарҙы үткәндәргә алып ҡайтты. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шашка мөйөшө ойошторолған кабинетты, унда уйнаған балаларҙы ҡаранылар (етәксеһе Йортбәкова Г.Р.).

     Кәңәшмәнең пленар өлөшөндә мәктәп директоры Моталлапова М.Т. «Заман шарттарында белем биреү учреждениеһының үҫеше», тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Азаматова Ә.Ә. «Ғаилә һәм мәктәп берлеге», Баймаҡ лицей – интернатының тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Моратова Р.К. «Тәрбиәле булып, матур үҫһәң, кем балаһы, тиеп һорарҙар», мәғариф бүлеге методисы Сөләймәнова Л.Й. «Балалар хәүефһеҙлеге һәм һаулығы - мәктәп һәм ата-әсәләр берлегенең төп йүнәлештәренең береһе» темаларына сығыш яһанылар.

    Район мәктәптәренең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫарҙары Беренсе Этҡол урта мәктәбенең ата - әсәләр менән эш тәжрибәһен уртаҡлаштылар.

Просмотров: 650 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА