Главная » 2021 » Январь » 14 » ППМИ-2021 Спорт залына сират етте
13:50
ППМИ-2021 Спорт залына сират етте

«Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы йәшәгән төбәктәрҙе үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. М.Фәйҙи исемендәге Юлыҡ мәктәбе ошо программаға ярашлы бик күп ремонт эштәре башҡарҙы. Заманса тәҙрәләр ҡуйылды, икенсе ҡаттың иҙәненә плитә йәбештерелде, ишектәр яңыртылды.

Ауылыбыҙ халҡы мәктәп коллективы менән берлектә быйыл да был программаға ҡушылырға ҡарар итте. Хәҙер инде йылылыҡ селтәре һәм спорт залын яңыртырға сират етте.

 Белеүебеҙсә, быйыл республикала Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. Ауыл йәштәре лә сәләмәт тормош яҡлы. Мәҙәни саралар ҙа тап ошо спорт залында үткәрелә. Беҙҙең хыялдар тормошҡа ашыр, маҡсатыбыҙға ирешербеҙ, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Просмотров: 228 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА