Главная » 2019 » Май » 22 » Олимпиада еңеүселәре – “Башҡортостан өмөтө – 2019” форумында
10:18
Олимпиада еңеүселәре – “Башҡортостан өмөтө – 2019” форумында

  Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан Өфө ҡалаһында 21 майҙа  Рәсәй Федерацияһы республикалары дәүләт телдәре,  Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадалары һәм башҡа интеллектуаль ярыш еңеүселәре өсөн “Башҡортостан өмөтө – 2019” исемле һәләтле балалар форумы үткәрелде.

    Баймаҡ районынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәре Мостафина Нәфисә (Ҡолсора мәктәбе, етәксеһе – Мөхәмәтшин И.С.), Ҡаҙарбаева Нәргизә (Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейы, Сәйетҡолова Г.Һ.), Александрова Маргарита һәм Александров Рафаэль (Түбә  мәктәбе, Исхаҡова Д.Ә.)  был мәртәбәле форумда ҡатнашыу бәхетенә эйә булды.

«Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында ойошторолған был сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзалары, юғары уҡыу йорттары ректорҙары һәм алдынғы уҡыусылар араһында йәнле аралашыу булды. Уҡытыусылар иһә методик семинарҙа ҡатнашты,   һәләтле балалар менән эшләүҙә инновацион алымдар тураһында фекер алышты.

Просмотров: 414 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА