Главная » 2020 » Октябрь » 27 » МОСТАЙ УҠЫУҘАРЫ
07:57
МОСТАЙ УҠЫУҘАРЫ

  Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәрим иҫтәлегенә үткәрелгән «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһына дистанцион форматта йомғаҡ яһалды. Баймаҡ районы уҡыусылары һәм уҡытыусылары быйыл да мәртәбәле ҙур сарала һынатманы. Төрлө номинацияларҙа Баймаҡ 4-се лицейының 2-се класс уҡыусыһы Рәхмәтуллина Камилла (етәксеһе Рәхмәтуллина А.Р.) һәм  10 класс уҡыусыһы Мөхәмәтйәнова Камила (етәксеһе Яҡшыбаева Г.И.) беренсе урынға лайыҡ булдылыр. Байыш мәктәбенең 9-сы класс егеттәре (етәкселәре Мортазина Н.Ғ., Зәйнуллин С.Ҡ.) – икенсе урын, Баймаҡ 3-сө мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Моратова Гөлдәр (етәкселәре Ғүмәров З.И.),  Баймаҡ 5-се мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Яҡшыбаева Илсиә (етәксеһе Яҡшыбаева И.Н.), ошо мәктәп уҡытыусылары: Юламанова З.З., Төхвәтуллина З.И., Баймөхәмәтова Г.Ю, Ырыҫҡужина И.Д. өсөнсө урын яуланылар.  Еңеүселәр БР Мәғариф министрлығының дипломдары менән бүләкләнде.

Афарин! Артабан да ижади үрҙәр теләйбеҙ! 

 Мостай рухы һүнмәһен, һүрелмәһен!

Просмотров: 258 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА