Главная » 2019 » Октябрь » 24 » “Мостай, Мостай! Китһәң дә һин йыраҡҡа, Яҡты эҙең ҡалды Баймаҡта!”
08:56
“Мостай, Мостай! Китһәң дә һин йыраҡҡа, Яҡты эҙең ҡалды Баймаҡта!”

  Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР Дәүләт премияһы, Станиславский исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы лауреаты,  Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың Салауат Юлаев премияһы лауреаты Мостафа Сафа улы Кәримовтың 100 йыллыҡ юбилейына арналған кисә шулай аталды.

  Башҡорт әҙәбиәтен республикабыҙға ғына түгел, бар донъяға танытҡан халҡыбыҙҙың бөйөк улы,  шағир, прозаик, драматург, тәнҡитсе, публицист  Мостай Кәрим ҡалдырған яҡты эҙҙәр Баймаҡ ерендә лә һаҡлана.

   Мостай Кәримдең 100 йыллығы айҡанлы йыл буйы бик күп саралар үтеп, ошо кисәлә Мостай Кәрим ижадын үҙ иткән, уның әҫәрҙәрен үҙ йөрәге аша кисергән еңеүселәребеҙ сығышын үҙ эсенә алған сарала  бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримде яҡындан белгән, уның ғаиләһенең яҡын дуҫы,  телерадиосәнғәт мәктәп-студияһы директоры, Евразия Телевидение һәм Радио Академияһы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге һәм Мәжит Fафури исемендәге республика премиялары, Рәсәй кинематографистар Союзы премияһы лауреаты, Мостай Кәримдең әҙәби мираҫы буйынса дәүләт комиссияһы ағзаһы, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараларҙы әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса Башҡортостан хөкүмәте эргәһендәге халыҡ-ара  ойоштороу комитеты ағзаһы Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманованың ҡатнашыуы сарабыҙға оло мәртәбә өҫтәне. Уҡыусылар алдында яҡташ шағирыбыҙ Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев,  Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев, шағир менән осрашыуҙар ойоштороп, бөгөн дә шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы менән бәйләнеш тотоусы Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина сығыш яһаны.

  Саҡырылған ҡунаҡтарҙың һәм мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Әдиф улы Зәйнуллиндың йәш таланттарҙы еңеүҙәре менән ҡотлауы, бүләктәр тапшырыуы уҡыусылар күңелендә мәңге һаҡланыр.

Фотолар

Просмотров: 397 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА