Главная » 2014 » Ноябрь » 5 » Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтте (Фото)
07:13
Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтте (Фото)

 Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтте. Кисәне башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Сирғәлина Фәнүрә Миңлеғәле ҡыҙы, Иҫәндәүләтова Рәсимә Тәлғәт ҡыҙы һәм Ниғмәтуллина Лиза Урал ҡыҙы бай йөкмәткеле итеп ойошторған. Сараға 5-11 класс уҡыусылары йәлеп ителгән.

   Уҡыусылар әҙиптең ижадына оло һөйөү һәм ихтирам менән сығыш яһанылар. Шағирҙың һәр бер шиғыры, әҫәре ысын тормош дәресе ул. Әгәр ҙә уның шиғырын әҫәрләнеп кескәй бала һөйләй икән - быға бер кем дә битараф ҡала алмай. Ә был мәктәптә Мостайҙың шиғырын яттан белмәгән уҡыусы юҡтыр ул. Юғары класс уҡыусыларының Мостай Кәримдең драма әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе ысын артистарса башҡарыуы, сарала ҡатнашҡан һәр кемдең күңел ҡылдарын тирбәтеп, йөрәктәрен тетрәндерҙе. Әйткәндәй, Хәтер кисәһенә район һәм ҡала мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ата-әсәләр саҡырылғайны. Улар мәктәп коллективына, уҡыусыларға, мәктәп директоры Рәфил Рәсүл улы Йортбәковҡа ысын күңелдән рәхмәт белдереп, уңыштар теләнеләр.

Мөхәмәтйәнова Я.Б., методист

Просмотров: 984 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА