Главная » 2019 » Октябрь » 27 » М.Кәримдең 100 йыллығы айҡанлы осрашыуҙар үтте
18:48
М.Кәримдең 100 йыллығы айҡанлы осрашыуҙар үтте

   Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостафа Сафа улы Кәримовтың 100 йыллыҡ юбилейына арналған район сараларына килгән Башҡортостан Республикаһы телерадиосәнғәт мәктәп-студияһы директоры, Мостай Кәримдең әҙәби мираҫы буйынса дәүләт комиссияһы ағзаһы, шағирҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараларҙы әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса Башҡортостан хөкүмәте эргәһендәге халыҡ-ара  ойоштороу комитеты ағзаһы Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова менән 24 октябрь көнө “Күбәләк” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм Ҡаланың 1-се һанлы мәктәбе уҡыусылары осрашыуҙар үткәрҙе.

   Йәш быуын М.Кәрим әҫәрҙәре буйынса өҙөктәр сәхнәләштерҙе, шиғырҙарҙы тасуири итеп һөйләп, үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.

   Ғилманова Ш.Ғ. үҙ  сығышында балаларҙы бөйөк шағирыбыҙҙың ижадын артабан да ныҡлы өйрәнергә саҡырҙы, балалар баҡсаһына һәм 1-се һанлы мәктәптең “Ҡурай” музейына иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Просмотров: 310 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА