Главная » 2015 » Май » 8 » “Киләсәкте төҙөү өсөн” миҙалы менән бүләкләү
06:42
“Киләсәкте төҙөү өсөн” миҙалы менән бүләкләү

   М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты республикабыҙҙа туған телде үҫтереү, уны һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Был уҡыу йорто үткәргән интернет-олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли коференцияларҙа беҙҙең уҡыусылар ҙа ҙур теләк менән ҡатнашалар.

 5 майҙа Башҡорт дәүләт педагогия университетында йыл буйы үткәрелгән сараларға йомғаҡ яһалды. Унда һәр бер сарала ҡатнашып ҙур еңеү яулаған уҡыусылар саҡырылғайны. Беҙҙең райондан Билал мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы Ғүмәров Заһит ҡатнашты. Заһит  башҡорт теле буйынса абсолют еңеүсе тип табылды һәм ул “Киләсәкте төҙөү өсөн” миҙалына лайыҡ булды. Заһитты оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Просмотров: 751 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА