Главная » 2018 » Декабрь » 10 » Халыҡ-ара конкурстан – оло еңеү менән!
13:41
Халыҡ-ара конкурстан – оло еңеү менән!

   Баш ҡалабыҙ Өфөлә ЮНЕСКО тарафынан  “Урал батыр” эпосы буйынса үткәрелгән конкурстан уҡыусыларыбыҙ оло еңеү менән ҡайттылар. Үрге Таулыҡай ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Яхина Шәүрә (етәксеһе – Исхаҡова Ә.Й.), мәшһүр эпосыбыҙҙы башҡорт телендә яттан һөйләүселәр араһында беренсе урынды яулаһа, Темәс ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Мусина Нурия (5-се класс уҡыусыһы, етәксеһе – Яҡупова Г.Ф.) икенсе урынға лайыҡ булды.

    Темәс мәктәбенән Йосопов Й. (5-се класс,Йосопова Л.С.), Аҡбулатова А.( 5-се класс, Яхина М.М.), Шахморатова Р. (6-сы класс, Шахморатова З.Ә.) һәм Баймаҡ ҡалаһы 4-се һанлы лицейының 8-се класс уҡыусылары төркөмө (етәкселәре – Балтина И.Р., Ырыҫҡужина И.Д.) төрлө номинацияларҙа еңеүселәр тип табылды. Халыҡ-ара конкурстағы оло еңеүҙәре менән йәш сәсәндәребеҙҙе ҡотлап, киләсәктә лә яңы уңыштар, ҙур еңеүҙәр юлдаш булыуын теләйбеҙ.

        

Просмотров: 305 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА