Главная » 2020 » Октябрь » 9 » «Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм...»
14:05
«Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм...»

  9 октябрь Баймаҡ районының башҡорт теле уҡытыусылары, тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫарҙары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре ҡатнашлығында Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының «Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм...» тигән проекты буйынса вебинар ойошторолдо. Бында киләсәк быуында рухи ҡиммәттәрҙе үҫтереү, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында эшлекле тәҡдимдәр әйтелде. Белем биреү ойошмаларында тәрбиә биреү мәсьәләләре алғы планда булыуы мөһим. Бынан сығып, һәр мәктәптә уҡыусылар өсөн “Һомай” мәктәбе булдырыу, өлгө алырҙай, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған замандаштарыбыҙ, уңышлы эшҡыуарҙар менән осрашыуҙар үткәреү, сәләмәт тормошто пропагандалау, ололар һүҙенә ҡолаҡ һалып, кәңәшләшеү, уларға ярҙам итеү, тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү кеүек йүнәлештәрҙә планға ярашлы эштәр алып барырға кәңәш ителде. Ил инәһе Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының халҡыбыҙҙың киләсәген хәстәрләп, вайымһыҙлыҡ йоҡоһонан уянып, “Урал батыр” проектына ҡушылырға саҡырған мөрәжәғәте бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Просмотров: 348 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА