Главная » 2020 » Сентябрь » 4 » яугир исемен мәңгелләштереп
12:25
яугир исемен мәңгелләштереп

   3 сентябрь Сәйғәфәр мәктәбендә тантаналы сара үтте. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм яугирзың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Юнысбаев Әхмәтсафа Мөхәмәтйән улына обелиск асылды. Яуҙа һәм тыныс тормошта күрһәткән батырлыҡтары һәм фиҙаҡәр хеҙмәте ике Ҡыҙыл Йондоҙ, ике Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ, ике 1-се Дәрәжә Дан, Октябрь революцияһы ордендары менән баһалана. 1945 йылда Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә, ләкин ни сәбәптәндер бирелмәй ҡала. Яугирҙең тере сағында һөйләгәндәрен хәтерләп, балалары, туғандары архив материалдарын өйрәнеп, награда ҡағыҙы табыла. Уның исеме ауылдаштарының, киләсәк быуын күңелендә хаҡлы рәүештә герой булып йәшәйәсәк.

Просмотров: 249 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА