Главная » 2018 » Октябрь » 22 » Йәш ижадсыларҙың республика конкурсы
14:14
Йәш ижадсыларҙың республика конкурсы

    19 октябрҙә Сибай гимназия-интернатында С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына уҙғарылған йәш ижадсылар республика конкурсы булып үтте. Был конкурста Әбйәлил, Әлшәй, Баҡалы, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла, Мәсетле райондарынан һәм Баймаҡ, Сибай, Белорет, Нефтекама ҡалаларынан 300-ҙән ашыу үҙ ижади эше менән 147 уҡыусы ҡатнашты. Поэзия, проза, журналистика йүнәлешендә тәүге турҙа еңеүселәр абруйлы жюри алдында сығыш яһаны. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ ҙа, мәртәбәле бәйгелә үҙ көстәрен һынап ҡарап, ҙур уңыштар яулап ҡайттылар:

  • Гран-при – Рәхимова Ынйы (Баймаҡ лицей- интернаты, 10 класс уҡыусыһы) етәксеһе Кинйәбаева Ф.И.
  • I урын – Сәйҙәлиев Йәмил (Баймаҡ 4-се лицейы, 10 класс уҡыусыһы), етәксеһе Сирбаева А.Ә.
  • II урын – Зәйнуллина Йәнгүзәл (Баймаҡ 4-се лицейы, 7 класс уҡыусыһы), етәксеһе Рәхмәтуллина А.Р.
  • III урын –  Нарынбаева Азалия (Билал мәктәбе, 9 класс уҡыусыһы), етәксеһе Ғүмәрова З.Ф. 
  • III урын –Хәсәнов Ильяс (Ниғәмәт мәктәбе, 8 класс уҡыусыһы), етәксеһе Хәсәнова З.М.
  • III урын – Латыпова Алтынай (Муллаҡай мәктәбе, 6 класс уҡыусыһы), етәксеһе Ишимова Р.М. 
  • III урын –  Рафиҡова Гөлдәриә (Йәнйегет мәктәбе, 4 класс уҡыусыһы),  етәксеһе Рафиҡова Ф.Р.

Йәш ижадсыларыбыҙға артабан да яңы үрҙәр, оло еңеүҙәр юлдаш булһын!

Просмотров: 478 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА