Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Главная » 2019 » Май » 8 » II Этҡол мәктәпкәсә белем биреү төркөмөндә шиғыр һөйләү бәйгеһе үтте
07:11
II Этҡол мәктәпкәсә белем биреү төркөмөндә шиғыр һөйләү бәйгеһе үтте

   30 апрель көнө  Икенсе Этҡол мәктәпкәсә белем биреү төркөмөндә «Башҡортостан – тыуған илем” исемле кескәйҙәр араһында шиғыр һөйләү бәйгеһе үтте. Уны Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Амур Әминев һәм мәктәп администрацияһы ойошторҙо. Балаларҙа тыуған телгә һөйөү үҫтереү,уны пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуйған был конкурс район башҡорттары ҡоролтайының ҡарарына ярашлы итеп үткәрелде. 

   Көсөргәнешле был бәйгелә кескәйҙәр төркөмөнән Румия Яҡупова, өлкәндәр төркөмөнән Әлфинә Вәлиева иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште.Уларға конкурстың бағыусыһы А.Әминев башҡорт телендәге китаптар һәм “Аҡбуҙат” журналына подписка бүләк итте.Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бүләк алып ҡыуанды.

Просмотров: 39 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА