Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Главная » 2018 » Октябрь » 30 » Игебай уҡыуҙары
10:26
Игебай уҡыуҙары

   Яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаев ижадын яҡындан өйрәнеү маҡсатында 26 октябрь көнө ҡаланың 4-се һанлы лицейында уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн “Игебай уҡыуҙары” исемле әҙәби конкурс үткәрелде. Районда тәүге тапҡыр ойошторолған был бәйгенең беренсе турында уңышҡа өлгәшкәндәр икенсе турҙа ҡатнашыу бәхетенә иреште.  Ҡаланың 4-се һанлы лицей уҡыусылары (етәкселәре – Сирбаева А.Ә.), А.Игебаевтың тормош юлына байҡау яһап, шиғырҙарын яттан һөйләп, моңло йырҙар башҡарып, конкурсты асҡандан һуң, мәғариф бүлеге начальнигы И.Ә.Зәйнуллин һәм Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры З.В.Мортазина ҡатнашыусылар алдында сығыш яһаны һәм уңыштар теләне.

             Артабан 4 секцияла 26 ижади һәм фәнни-эҙләнеү эше ҡаралды.   

             Конкурс еңеүселәре:

  • Янбаева Гүзәлиә (Иҫке Сибай мәктәбе, етәксеһе – Мөхәмәтшина Р.С.),
  • Бикҡузина Ынйыгөл (Билал мәктәбе, етәксеһе – Зәйнуллина Н.В.),
  • Ҡаҙаҡбаева Алмира (Иҫке Сибай мәктәбе, етәксеһе – Мөхәмәтшина Р.С.),
  • Ҡотлоғәләмова Милә (Темәс мәктәбе, етәкселәре – Яҡупова Г.Ф., Әбдрәхмәнова З.Ә.),
  • Садыҡова А.В. (Өмөтбай мәктәбе уҡытыусыһы).

             Призерҙар:

  • Зәйнуллина Йәнгүзәл (Баймаҡ ҡалаһының 4-се һанлы лицейы, етәксеһе – Рәхмәтуллина А.Р.),
  • Иҙелбаева Әҙилә (Баймаҡ ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбе, етәксеһе – Рәхимова З.Р.),
  • Ғәбитов Салауат (Темәс мәктәбе, етәксеһе – Мусина Т.Ә.),
  • Зәйнуллин Инсаф (Баймаҡ ҡалаһының 4-се һанлы лицейы, етәксеһе – Сирбаева А.Ә.),
  • Юламанов Ғиззәт  (Билал мәктәбе, етәксеһе – Зәйнуллина Н.В.),
  • Марущак Вадим (Түбә мәктәбе, етәксеһе – Исхакова Д.Ә.),
  • Әлмөхәмәтова З.З. (Баймаҡ ҡалаһының 2-се һанлы мәктәбе уҡытыусыһы).

    Был сараны үткәреүҙә күрһәткән ярҙамдары өсөн 4-се һанлы лицей етәкселегенә рәхмәтлебеҙ.

   Ә конкурста ҡатнашыусыларға һәм еңеүселәргә киләсәктә лә яңы үрҙәр, ҙур еңеүҙәр юлдаш булһын!

     

 

Просмотров: 72 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА