Главная » 2017 » Июль » 19 » “Граф күле” балалар һауыҡтырыу лагерында ата-әсәләр көнө ойошторолды.
06:42
“Граф күле” балалар һауыҡтырыу лагерында ата-әсәләр көнө ойошторолды.

     “Граф күле” балалар һауыҡтырыу лагерында ата-әсәләр көнө ойошторолды. “Йәйләү” программаһы буйынса эшләгән был лагерь,    башҡорт рухы менән һуғарылған. Сара башҡорт милли кейемендәге ҡыҙ һәм егеттәрҙең аттарҙа йөрөү оҫталыҡтарын күрһәтеүҙән башланды. Рәмзил һәм Снежанна Таймасовтар, Айгиз Муллабаев һәм Ғәлим Яуынбаевтарҙың аттар менән сығышы һәр кемдең күңеленә хуш килде.

    Артабан ата-әсәләр иғтибарына балалар тарафынан әҙерләнгән концерт тәҡдим ителде. Концерт бөрйән ырыуы ҡыҙҙары башҡарыуында “Шаян ҡыҙҙар” бейеүенән башланды. Ҡыпсаҡ ырыуы вәкиле Зәйнуллин Инсафтың – “Аманат”, Бөрйән ырыуының “Мин башҡорт”, Әйле ырыуының “Башҡортостан – ил генәм” йырҙары барыһын да рухландырҙы. Табын ырыуы “сәсәндәренең“ әйтеше һәр кемде уйландырҙы. Йәйләү түңәрәктәренә йөрөп яңы һөнәр үҙләштергән йәш ҡумыҙсыларҙың ҡумыҙ сыңы, ҡурайсылырҙың ҡурай моңо күңелдәргә үтеп инде. Ҡыпсаҡ ырыуының заманса бейеүе, башҡорт лезгинкаһы дәррәү алҡыштарға күмелде. Әйлеләрҙең – “Байрам”, Табындарҙың -“Аулаҡ өй”, Үҫәргәндәрҙең – “Испан егете”, Бөрйәндәрҙең –“Гөлнәзирә” бейеүҙәре һәр кемде дәртләндәрҙе. Табындарҙың “Тимербай улдары” бейеүе иң сағыу сығыштарҙың береһе булды.

   Сара аҙағында лагерь тормошонда әүҙем ҡатнашыусы балаларҙың ата-әсәләренә рәхмәт хаттары тапшырылды.

Был матур саранан барыһы ла дәртләнеп, рухланып ҡайтты. Ата-әсәләр, ойоштороусыларға, лагерь хеҙмәткәрҙәренә бай һәм тәрән йөкмәткеле программа буйынса яҡшы ял ойоштороуҙары өсөн оло рәхмәттәрен белдерҙе.

 

Просмотров: 614 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА