Главная » 2018 » Декабрь » 12 » Өфөлә Башҡорт теле көнөнә арналған йыйын үтте
14:15
Өфөлә Башҡорт теле көнөнә арналған йыйын үтте

   11 декабрь көндө Өфөнөң Конгресс холл бинаһында Башҡорт теле көнөнә арналған оло йыйын үтте. Сараға Мәғариф министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған әкиәттәр, иншалар, тәржемәләр, видеороликтар конкурстары еңеүселәре, олимпиадаларҙа еңеү яулаған уҡыусылар саҡырылған ине.

   Йыйындың төп маҡсаты – балаларҙа башҡорт телен өйрәнеү һәм һаҡлауға ҡыҙыҡһыныу уятыу, халыҡ йолаларына һәм мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү, тарихи-мәҙәни йолаларҙы һаҡлау, ата-әсәләрҙе башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәнеүгә йәлеп итеү, балаларҙың ижади һәләттәрен асыуға мөмкинлектәр тыуҙырыу.

  "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсында Иҫке Сибай ауылының «Сулпылар» балалар баҡсаһынан Мөхәмәтшина Әминә II урынды яулаһа (тәрбиәселәре Утарбаева Ә.М., Аллағыуатова Р.Х.), Әбсәләмова Ынйы "Иң йәш әкиәт һөйләүсе" номинацияһына лайыҡ булды (тәрбиәсеһе Латыпова М.К.). Еңеүҙәрегеҙ менән ҡотлайбыҙ! Артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

Просмотров: 526 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА