Главная » 2017 » Март » 21 » «Быуындарға ялғап быуындарҙы, илде, телде тотҡан һүҙем бар» шиғриәт байрамы
06:52
«Быуындарға ялғап быуындарҙы, илде, телде тотҡан һүҙем бар» шиғриәт байрамы

   Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, Яҙыусылар союзы идаралығы, «Салауат Юлаев тоҡомдары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған видеоконкурс ойошторғайны. Республика шиғыр һөйөүселәр бәйгеһе 16 ғинуарҙан 8 февралгә тиклем дауам итте. 3 йәштән 80 йәшкә тиклем бөтәһе 1000-гә яҡын кеше ҡатнашты. Уның йомғаҡлау сараһы Башҡортостан республикаһының милли музейында 17 мартта "Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле", тип аталған түңәрәк өҫтәл артында үтте.

   Был сараға республиканың 22 районы һәм 6 ҡалаһынан еңеүселәр саҡырылғайны. 

Беҙҙең райондан  да бәйгелә әүҙем ҡатнаштылар. Ете бала Өфө ҡалаһына саҡырыу ҡағыҙы алды.

   Видеоконкурстың йомғаҡлау сараһында ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Аҙнаев Вельмир Хәйбрахман улы, Башҡортостан Республикаһының милли музейы генераль директоры Вәлиуллин Ғәлей Фәйзрахман улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделнәғим улы Аралбаев, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы Сәмситова Луиза Хәмзә ҡыҙы, Яҙыусылар союзы идаралығы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Әлибаев Зәки Арыҫлан улы, «Башҡортостан»  гәзитенең Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире, шағирә Лариса Абдуллина, Ҡаҙағстан Республикаhы ҡунағы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филалогия факультеты магистранты Жумагазиев Нурумжа һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтай башҡарма комитетының йәштәр сәйәсәте һәм спорт комиссияһының рәйесе Ғилманов Марат Әнис улы сәләмләне.

    Еңеүселәрҙе  йәш үҙенсәлектәре буйынса билдәләнеләр.Темәс урта мәктәбенең  3-сө класс уҡыусыһы Аҡбулатова Азалия, етәксеһе Яхина Мөнирә Мөрит ҡыҙы менән Баймаҡ 4- се лицейының 9- сы класс уҡыусыһы Ғөбәйҙуллин Азамат, етәксеһе Сирбаева Айгөл Әнүәр ҡыҙы 1- се урынға лайыҡ булдылар. Ниғәмәт урта мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмөнән Ғайсина Рәзилә Әхиәр ҡыҙының тәрбиәләнеүселәре Хәсәнов Инйәр - 2-се, Рәхимова Әҙилә 3-сө урын яуланылар, Иҫке Сибайҙан 1-се класс уҡыусыһы Аҫылғужина Розалия  -2-се, дүрт йәшлек Аралбаев Инсаф 3-сө урын, етәксеһе Аҫылғужина Гөлназ Фазулла ҡыҙы һәм Байыш урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Рәхмәтуллин Инсаф, етәксеһе Мортазина Нурия Ғамман ҡыҙы 3-сө урынға эйә булдылар. Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

      Кискә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында «Быуындарға ялғап быуындарҙы, илде, телде тотҡан һүҙем бар»  тигән матур шиғриәт байрамы үтте

Просмотров: 754 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА