Главная » 2019 » Февраль » 28 » Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүенең 100 йыллығына арналған «Башҡорт малайы» тигән конкурс булып үтте
19:03
Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүенең 100 йыллығына арналған «Башҡорт малайы» тигән конкурс булып үтте

   Башҡорт малайы батыр, аҡыллы, шаян, ҡыйыу, отҡор, тәрбиәле, маҡсатлы, аңлы, лайыҡлы, абруйлы, йомарт, ырыулы булырға тейеш тип район һәм ҡаланың егерме бынамын тигән шәп 10-12 йәшлек малайҙары  балалар ижады үҙәге үткәргән «Башҡорт малайы» тигән конкурста ҡатнаштылар. Конкурс Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүенең 100 йыллығына арналды һәм 4 турҙан торҙо. Беренсе турҙа малайҙар үҙҙәре менән таныштырҙы. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ тип  яратҡан шөғөлдәре тураһында һөйләнеләр. Кемдер йырлап, бейеп күрһәтте, ҡурайҙа уйнанылар, ағастан, пластилиндан, ҡағыҙҙан төрлө әйберҙәр эшләүсе малайҙар ҙа булды. Өмөтбай ауылының шәп малайы Бүләков Илһамдың гармунда өҙҙөрөп уйнауы дәррәү алҡыштарға күмелде.  

   Конкурстың өсөнсө шарты буйынса Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса һорауҙарға яуап бирҙеләр. Башҡорт булһын да бейей белмәһен инде тип башҡортса ритайым да  ойошторолдо.  Һүҙ бәйгеһендә  “ Бер тигәс тә ни яман?”, «Ерҙә беҙгә ни кәрәк?”кеүек  һорау-әйтештә, башҡорт мәҡәлдәрен дауам итеүҙә тел байлығын, фекерләү ҡеүәһен күрһәттеләр.Телебеҙҙең матурлығы, һүҙ көсө, ҡурай тауышы , халҡыбыҙҙың көйҙәре сәхнәлә яңғырап торҙо. Малайҙар ихлас тырышып көс һынаштылар.

   Бәйгелә Гран – прины Баймаҡ ҡалаһының 2- се һанлы мәктәбе уҡыусыһы Вәлиев Мәлик яуланы. Афарин!

   Өмөтбай ауылы мәктәбе уҡыусыһы   Буләков Илһам 1-се  урынға лайыҡ булды. 2-се Этҡол ауылы мәктәбе уҡыусыһы Хисаметдинов Мөхәмәт менән Баймаҡ калаһының 4-се һанлы лицей уҡыусыһы Исламғолов Данияр 2-се  урынды бүлештеләр. 3 -сө  урынға  Баймаҡ лицей- интернаты уҡыусыһы Ураҙбаев Рәсүл, Балалар ижады үҙәгенән Сәфиуллин Данияр  һәм   Билал ауылы мәктәбе уҡыусыһы Булатов Юлдаш сыҡты.

    Башҡа ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа билдәләнде.

  • «Иң моңло малай» тип  Байыш ауылы мәктәбенән  Вәлиев Рәвил,
  • «Иң отҡор малай» тип  Басай ауылы мәктәбенән Рамаҙанов Фәһим,
  • «Иң оҫта малай»  тип Ишмөхәмәт ауылы мәктәбенән Байегетов Ильсур,
  • «Иң тырыш малай» тип Ҡуянтау ауылы мәктәбенән Дәүләтбирҙин Ислам,
  • «Иң батыр малай» тип Баймаҡ ҡалаһының 3- сө һанлы мәктәбе уҡыусыһы Иҫәнғолов Айтуған,
  • «Тарихсы малай» тип Ниғәмәт ауылы  мәктәбенән Хибәтуллин Ильяс,
  • «Иң дәртле малай» тип Сәйғәфәрауылы мәктәбенән Дәүләтсурин Нурмхәмәт,
  • «Бейеүсе малай» тип Баймаҡ ҡалаһының 1- се һанлы мәктәбе уҡыусыһы Әюпов Искәндәр,
  • «Иң көслө малай»тип Темәс ауылы мәктәбе уҡыусыһы  Рәхимов Арыҫлан,
  • «Өмөтлө малай» тип Аҡморон ауылы мәктәбе уҡыусыһы  Исчурин Хәйҙәр,
  • «Рухлы  малай» тип Юлыҡ ауылы мәктәбе уҡыусыһы  Сирбаев Ислам,
  • «Егәрле малай» тип ауылы мәктәбе уҡыусыһы  Алтынаманов Ирмәк,
  • «Аҡыллы малай» тип Әбделкәрим ауылы мәктәбе уҡыусыһы  Алсынов Инсаф бүләкләнде.

   Афарин, малайҙар!!! Ошондай рухлы, дәртле, батыр, аҡыллы, егәрле малайҙар булғанда , тыуған илебеҙҙең киләсәге өмөтлө, телебеҙ бер ҡасан да юғалмаҫ!

Фото в группе в "ВК"

Просмотров: 497 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА