Главная » 2022 » Апрель » 26 » Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинары
20:07
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинары

  26 апрель көнө Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә район башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн "Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ сифатлы уҡытыуға өлгәшеү юлдары" темаһына семинар үткәрелде. Мәктәп директоры етәкселегендә 5-се мәктәп менән танышып сыҡҡандан һуң, тел уҡытыусылары тамаша залына йыйылды.  Коллегалары алдында үҙ тәжрибәләре менән урындағы мәктәп уҡытыусыһы Юламанова З.З., 4-се лицей уҡытыусыһы Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Л.Ә. сығыш яһаны. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары методисы Сирбаева А.Ә. 2022-2023 уҡыу йылында көтөлгән яңыртылған федераль дәүләт белем биреү стандарттары тураһында һөйләне. Семинар ҡотлауҙар һәм кадет класының сағыу сығышы менән тамамланды.

фото

Просмотров: 220 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА