Главная » 2018 » Декабрь » 10 » Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары
13:57
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары

   6 декабрь көнө Түбәнге Таһир ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының «Заман талаптарына ярашлы үткәрелгән һәр туған теле дәресендә – уңышҡа өлгәшеү юлдары» темаһына район семинары үтте. 16 белем биреү учреждениеһынан килгән 17 уҡытыусы урындағы мәктәптең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Байраҡаева Г.Р. тарафынан 6-сы класта үткәрелгән асыҡ дәрес, кластан тыш сара һәм 2-се Этҡол ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең беренсе категориялы уҡытыусыһы Мәмбәтҡолова Р.Ә. күрһәткән оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Уҡытыусылар, заманса алымдар һәм технологиялар ҡулланып, уҡыусыларҙа телебеҙҙе ныҡлы өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырып, фәнни-эҙләнеү эшендә юғары уңыштарға өлгәшеү, яңы стандарт талаптарына ярашлы сифатлы уҡытыу, һөнәри кимәлде үҫтереү, төрлө кимәлдәге ижади конкурстарға әҙерләнеү буйынса  һорауҙарға яуаптар алды, үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

    Семинарҙы мәғариф бүлеге методисы Мәмбәтова Н.Х. алып барҙы.

Просмотров: 411 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА