Главная » 2019 » Апрель » 18 » Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтте
15:10
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтте

   10-12 апрелдә баш ҡалабыҙ Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтте.

   Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған был мәртәбәле сара «Торатау» конгресс-холында уҙғарылды.

   Съезда Башҡортостан Республикаһындағы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарындағы дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, туған телдә уҡытылған муниципаль дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренең мәғариф идаралығы етәкселәре һәм методистары, юғары уҡыу йорттары вәкилдәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

   Делегаттар баш ҡалабыҙҙағы башҡорт лицейы һәм гимназияларының эш тәжрибәһе менән дә танышты, Башҡортостанда һәм Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты, туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһына тәҡдимдәр индерҙе.

   Съезд киләсәккә аныҡ эштәр билдәләне, яңы маҡсаттар ҡуйҙы.  «Тел – халыҡтың булмышы. Башҡортса һөйләшеү модала булырға тейеш», – тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р.Хәбиров, делегаттар алдында сығыш яһап. Башҡорт телен уҡытыуҙы заман технологияларына ярашлы мауыҡтырғыс итеп ойоштороу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

   Алдынғы ҡарашлы, заманса эшләгән тәжрибәле уҡытыусылар юғары наградаларға лайыҡ булды. Улар иҫәбендә Иҫке Сибай урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Рәзинә Салауат ҡыҙы Мөхәмәтшина ла бар ине. «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» исеменә лайыҡ булған коллегабыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм, телебеҙ хаҡына артабан да фиҙакәр хеҙмәт итеп, юғары уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.

Фото

Просмотров: 687 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА