Главная » 2019 » Апрель » 22 » Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы яңы маҡсаттар ҡуя
10:02
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы яңы маҡсаттар ҡуя

   19 апрель көнө Баймаҡ ҡалаһының 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының «ФГОС талаптарын тормошҡа ашырыу шарттарында туған тел дәрестәрендә ижади эшмәкәрлекте актуалләштереү» темаһына ойошторолған район семинарында 37 белем биреү учреждениеһынан 41 уҡытыусы ҡатнашты. Улар урындағы мәктәптең юғары категориялы уҡытыусылары Ғәлиуллина С.С. тарафынан – 6-сы класта, Байымова Г.Ф.  үткәргән 3-сө кластағы асыҡ дәрестәргә, “Моң ҡалдырҙың тыуған илеңә” исемле кластан тыш сараға юғары баһа ҡуйҙы. Төркмән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең беренсе категориялы уҡытыусыһы Кәримова З.Ғ. күрһәткән оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты.

   Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы делегаттары башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса съезд ҡарарҙары хаҡында мәғлүмәт бирҙе.

   Уҡытыусылар был йәһәттән киләсәккә пландар төҙөү, уҡыусыларҙы  берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләү, заманса алымдар һәм технологиялар ҡулланып, яңы стандарт талаптарына ярашлы сифатлы уҡытыу, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү кеүек һорауҙарға яуаптар алды, үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

   Семинарҙы мәғариф бүлеге методисы Мәмбәтова Н.Х. алып барҙы.

Фото

Просмотров: 352 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА