Главная » 2021 » Январь » 29 » Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы үтте
08:50
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы үтте

Атам теле, әсәм теле, сәсән теле –

Уралымдай мәңге йәшә, башҡорт теле!

      Һәр йылдың ғинуар айында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үткәреү күптән матур традицияға әйләнде.      Быйыл был сара республика кимәлендә 35-се тапҡыр үткәрелде. Өс көн дауамында онлайн форматта барған сәмле ижади ярышта 700-ҙән ашыу  уҡыусы ҡатнашты. Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың тарихы, күренекле шәхестәре, мәҙәниәте хаҡында белемдәрен, һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ булыуын, туған телебеҙҙе яратып өйрәнеүҙәрен иҫбатланы.

         Беҙҙең район мәктәптәренән 18 уҡыусы  ҡатнашты һәм уңышлы сығыш яһап, юғары һөҙөмтәләр менән төбәк-ара олимпиаданың еңеүселәре һәм призерҙары булдылар.

Төбәк-ара олимпиада еңеүселәре:

 Зәйнуллина Йәнгүзәл - Баймаҡ 4-се лицейының 9-сы класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы - Рәхмәтуллина А.Р.)

Нарынбаева Азалия - Билал ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы - Ғүмәрова З.Ф.)

Төбәк-ара олимпиада призерҙары:

Зәйнуллин Инсаф – Баймаҡ 4-се лицейының  8 -се класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы -  Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Л.Ә.)

Марущак Вадим – Түбә урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы – Исхаҡова Д.Ә.)

Федорова Алина –Темәс ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы – Яҡупова Г.Ф.)

Мазһарова Сөмбөл – Баймаҡ лицей-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы – Ишҡыуатов С.З.)

Үҙәнбаева Миңзилә - Баймаҡ лицей-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы – Ишҡыуатов С.З.)

Иванов Артем - Темәс ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы – Мусина Т.А.)

Сәйетҡолова Әҙилә - Баймаҡ 4-се лицейының  10- сы класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы Сәйетҡолова Г.Һ.),  

Сәхибгәрәев Морат – Баймаҡ 4-се лицейының 11- се класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы Яҡшыбаева Г.И.).

Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының махсус призына лайыҡ булыусылар:

 Мостафина Наҙгөл - Баймаҡ лицей-интернатының 11-се класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы –Йәнбирҙина С.Н)

Сәлихова Алтынай - Баймаҡ лицей-интернатының 11-се класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы - Йәнбирҙина С.Н)

Йәнтилина Гүзәлиә - Түбә урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы – Исхаҡова Д.Ә.)

Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса регион-ара олимпиадалағы яҡшы һөҙөмтәләре һәм даими рәүештә олимпиада еңеүселәре әҙерләгән уҡытыусылар билдәләнде. Баймаҡ 4-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәйетҡолова Гөлдәр Һиҙиәт ҡыҙының эше юғары баһаланды.

 Башҡорт телен иң яҡшы белгән уҡыусыларыбыҙҙы һәм уларҙың етәкселәрен ҡотлайбыҙ!!! Афариндар!!!

 

Просмотров: 357 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА