Главная » 2020 » Февраль » 12 » БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫНА АРНАЛҒАН ЭСТАФЕТА ДАУАМ ИТӘ
09:53
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫНА АРНАЛҒАН ЭСТАФЕТА ДАУАМ ИТӘ

   Белем биреү учреждениелары араһында барған эстафетаны дауам итеп, 11 февраль көнө ҡаланың 2-се һанлы мәктәбендә «Теле барҙың иле бар» исеме аҫтында бай йөкмәткеле сара үткәрелде. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы сиктәрендә  Советтар Союзы Геройы Шакирйән Мөхәмәтйәнов бюсы янында уҡыусыларҙың сығышы менән башланды.  Мәғариф бүлеге начальнигы И.Ә.Зәйнуллин һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Р.В.Ишембәтов  батыр иҫтәлегенә сәскәләр һалды. 

  Мәктәп фойеһында ҡурай моңо, ихлас сәләмләүҙәр һәм уҡыусыларҙың үҙҙәре теккән (етәксеһе – Кадаева З.М.) милли кейемдәр модаһы күргәҙмәһе ҡаршы алды саҡырылған ҡунаҡтарҙы.

  Тамаша залында  телебеҙҙе данлаған шиғырҙар, дәртле ҡурай моңо, ҡобайыр, йыр-бейеүҙәрҙән торған кисә аҙағында ҡаланың 3-сө һанлы мәктәбе директоры Яҡшыбаев М.Х., уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙан торған делегация вәкилдәре  эстафетаны ҡабул итеп алды.

  Мәғариф бүлеге начальнигы И.Ә.Зәйнуллин һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Р.В.Ишембәтов үҙ сығыштарында халҡыбыҙ, телебеҙ киләсәге өсөн бөгөнгө сараларҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үттеләр. 

 Ҡаланың 2-се һанлы мәктәбе директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Н.Ф.Рәхмәтуллинаның бөйөк телебеҙгә дан йырлаған шиғырынан һуң «Башҡорт телендә һөйләшәм» йыры, гимн булып яңғырап, кисәне тамамланы.

Фото

Просмотров: 464 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА