Главная » 2019 » Май » 15 » Башҡорт теле буйынса Халыҡ - ара диктант үткәрелә
09:41
Башҡорт теле буйынса Халыҡ - ара диктант үткәрелә

   Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р.Ф Хәбировтың 2019 йылдың 4 апрелендәге  РГ-111 һанлы Бойороғона ярашлы  2019 йылдың 18 май көнө башҡорт теле буйынса Халыҡ-ара диктант үткәрелә.

   Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү Фондының был тәҡдиме башҡорт теле уҡытыусыларының  I Бөтә Рәсәй съезында хуплау тапты, БР Мәғариф министрлығы, Башҡорт дәүләт университеты, М.Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университеты, БР юғары уҡыу йорттары ректорҙары ойошмаһы менән берлектә үткәрелә.  Был сараның маҡсаты - башҡорт телен популярлаштырыу, телде өйрәнеүгә һәм белеүгә йәмғиәттең иғтибарын арттырыу.

  Баймаҡ районында төп майҙансыҡтар итеп белем биреү учреждениелары, ҡаланыҡылар өсөн – Баймаҡ лицей-интернаты билдәләнгән. Диктант яҙыу ваҡыты – 10.00 сәғәттә.

Просмотров: 478 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА