Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Главная » 2019 » Январь » 11 » Баймаҡ уҡыусылары – төбәк-ара олимпиада еңеүселәре!
14:00
Баймаҡ уҡыусылары – төбәк-ара олимпиада еңеүселәре!

   9 – 11  ғинуарҙа  баш ҡалабыҙ Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы башҡорт гимназия-интернатында Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теле, туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте предметтары буйынса үткән төбәк-ара олимпиадала районыбыҙ мәктәптәренән 12 уҡыусы ҡатнашты. Тәҡдим ителгән темаларҙың береһенә инша яҙыу, викторина һорауҙарына яуап биреү, текст өҫтөндә эшләү, диалогта ҡатнашыу кеүек конкурс шарттарын уңышлы үтеп, 11 уҡыусыбыҙ ҙур еңеү яуланы.

    Төбәк-ара олимпиада еңеүселәре: 

Мостафина Нәфисә – Ҡолсора ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы, етәксеһе – Мөхәмәтшин И.С.

 Ҡазарбаева Нәргизә – Баймаҡ ҡалаһы 4-се һанлы лицейының 10-сы класс уҡыусыһы, етәксеһе – Сәйетҡолова Г.Һ.

Александрова  Маргарита – Түбә ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы, етәксеһе – Исхакова Д.Ә.

Александров Рафаэль – Түбә ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы, етәксеһе – Исхакова Д.Ә.

   Төбәк-ара олимпиада призерҙары:

Мостафина Наҙгөл – Баймаҡ лицей-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы, етәксеһе – Йәнбирҙина С.Н.

Ходаков Руслан – Баймаҡ ҡалаһы 4-се һанлы лицейының 9-сы класс уҡыусыһы, етәксеһе – Яҡшыбаева Г.И.

Рыцева Алена – Түбә ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы, етәксеһе – Исхакова Д.Ә.

Зөлҡәрнәева Зөбәржәт – Баймаҡ ҡалаһы 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы, етәксеһе – Азаматова М.Р.

Байғөбәкова Яҙгөл – Ниғәмәт ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы, етәксеһе – Сәлимйәнова Р.Р.

Күсеева Нәркәс – Баймаҡ ҡалаһы 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы, етәксеһе – Ғәлиуллина С.С.

Исхакова Наҙгөл – Баймаҡ ҡалаһы 4-се һанлы лицейының 11-се класс уҡыусыһы, етәксеһе – Сирбаева А.Ә.

 “Телем, илем, халҡым” тип типкән йәш йөрәктәрҙе ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. 

Башҡорт телебеҙҙе яратҡанға

Яңы үрҙәр юлдаш булырҙар.

“Туған телем” тиеп йән атҡанға

Ҙур маҡтауҙар күктән яуырҙар.

Просмотров: 163 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА