Главная » 2019 » Май » 18 » Баймаҡтар диктант яҙҙы
22:25
Баймаҡтар диктант яҙҙы

18 май көнө Баймаҡ лицей-интернатында башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторолдо. Телебеҙҙе хөрмәт итеп йыйылған ҡала халҡын ҡурай моңо ҡаршы алды. "Башҡорт телен яратам" хэштэгы янында бергәләп фотоға төшөү, "Башҡорт телендә һөйләшәм" йырын күмәкләп башҡарыу телебеҙ дәрәжәһен тағы ла юғары күтәрә ине. Муниципаль район Хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Әминев Ф.Ғ. менән бергә дауахана һәм төрлө ойошма етәкселәре лә диктант яҙыу акцияһында ихлас ҡатнашты. Онлайн диктант яҙыу өсөн махсус кабинеттар әҙер булһа ла, акцияла ҡатнашыусыларҙың күпселеге мәғариф бүлеге начальнигы И.Ә. Зәйнуллин һәм урындағы ҡоролтай рәйесе Р.В.Ишембәтов уҡыуындағы диктантты яҙыуға өҫтөнлөк бирҙе.
Был көндө ҡала һәм районыбыҙҙың барлыҡ мәктәптәрендә лә уҡыусылар, ата- әсәләр һәм теләге булған һәр кем өсөн диктант яҙыу ойошторолдо.

Фото

Просмотров: 441 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА