Главная » 2020 » Апрель » 27 » БАЙМАҠТАР ДИКТАНТ ЯҘА
08:57
БАЙМАҠТАР ДИКТАНТ ЯҘА

Диктант яҙалар баймаҡтар:
Яҙа атай - әсәйҙәр,
Телебеҙгә һөйөү хисле
Өлкәндәр һәм кеселәр.

Биш меңдән күп кеше шулай
Акцияға ҡушылды-
Нисек маҡтамайһың ҡыҙҙы,
Ҡартатай менән улды!

Ҡағыҙға һүҙ теҙелгәндә
Яңғырап киткән "Алға!"
Һалдаттың түгел, беҙҙең дә
Байраҡтай һеңгән аңға.

Яҙа халҡым... Күҙ алдында -
Шайморатовтың һыны,
Ә уйҙарҙа - күп йылдан һуң
Батыр булып ҡайтҡаны.

Яу юлдарын хәтерләтте
Диктантта яҙған һүҙҙәр.
Ул йылдарҙа ҡулға ҡәләм
Алмаған икән кемдәр?!

Изге һүҙҙәр, өскөл хатта
Бәйләп алыҫ араны,
Ҡайнар сәләм илтер өсөн
Илем киңлектәрен айҡаны.

Олораҡтар йәштәр аша
Әйтеп сәләм яҙҙырҙы.
Күпме дәрт, көс, ғәйрәт бирҙе
Шул хат хәтәр яуҙарҙа!..

Милләттәштәр диктант яҙа
Батырҙарын данлап илемдә.
Мәшһүр әҫәрҙәр күп тыуһын
Үҙебеҙҙең башҡорт телендә!

Нәфисә Мәмбәтова

Просмотров: 328 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА