Главная » 2019 » Апрель » 4 » Баймаҡтар ҙа биш көн уҡыуға күсте
03:41
Баймаҡтар ҙа биш көн уҡыуға күсте

   Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров февраль башында үткән “Взлетай!” беренсе мәғариф форумында аҙнаһына биш көн уҡыуға күсеү тәҡдиме менән сығыш яһаны.

   Кисәнән төбәктең башланғыс класс уҡыусылары ошондай режимға күсте, шул иҫәптән баймаҡтар ҙа.

   Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Зәйнуллин белдереүенсә, әле уларҙа 3 851 бала башланғыс кластарҙа белем алһа, шуның 917-һе – беренселә. Баймаҡтың 62 мәктәбендә аҙнаһына биш көн уҡыуға күстеләр. Алдан ата-әсә менән һөйләшеүҙәр үтте, яңылыҡ барыһына ла еткерелде.

– Уҡытыу программаһында үҙгәрештәр буласаҡ, дәрестән тыш сәғәттәр бүленде. Шуға күрә ата-әсәгә балаларын төштән һуң үткәрелгән сараларға мотлаҡ алып йөрөтөргә кәрәк буласаҡ. Был дәрестәр уҡыу планына индерелгән, тик исемдәрендә генә үҙгәреш бар. Мәҫәлән, физкультура – һаулыҡ дәресе, әҙәби уҡыуҙар – нәфис һүҙ дәресе һәм башҡалар, – тип аныҡлыҡ индерҙе Илдус Әдиф улы.

Был осраҡта уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡы тулыһынса һаҡланасаҡ.

Кәримә УСМАНОВА

Просмотров: 342 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА