Главная » 2013 » Апрель » 22 » Бәйге тотто йәш сәсәндәр
14:33
Бәйге тотто йәш сәсәндәр

16 апрелдә Баймаҡ ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбендә "Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурсы үтте. Конкурстың маҡсаты халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыһы булған "Урал батыр” ҡобайырын һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү һәм районда сәсәнлек мәктәбен үҫтереү булып тора.

Конкурс талаптарына ярашлы бәйгеселәр йәш үҙенсәлектәренә ҡарап ике төркөмгә бүленде: башланғыс мәктәптән бөтәһе 15 уҡыусы, юғары кластарҙан 14 уҡыусы ҡатнашты. Был уҡыусылар урындарҙа, мәктәп-ара бәйгелә ҡатнашып, еңеүсе тип танылғандар.

Башланғыс класс уҡыусылары араһында Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусыһы Ильясова Нурзиля еңеүсе тип танылды. Тағы ла Темәстән Әбйәлилова Зәлиә, Шахморатов Таһир, Билалдан Моталлапова Шәүрә бәйге призерҙары булды.

Шуныһы һөйөнөслө: бына бер нисә йыл инде Хәмит сәсәндең ейәнсәре Сәлимә инәй Әлмөхәмәтова башланғыс класс уҡыусыларының иң шәптәренә үҙенең махсус призын тапшыра. Быйыл да ул 10 уҡыусыға, үҙ ҡулдары менән бүләктәр биреп, йәш сәсәндәрҙе һөйөндөрҙө.

Комиссия юғары кластар араһында Таһир мәктәбе уҡыусыһы Ҡотлоәхмәтова Ғәлиәне еңеүсе тип тапты. Ул ҡобайырҙы оҫта һөйләп кенә ҡалманы, ә сығышын ҡурайҙа уйнап та йәмләндерҙе. Кәрешкәнән Ыласынова Сөмбөл, Таулыҡайҙан Сәлихова Илзирә, Таһирҙан Әлибаева Наилә бәйге призерҙары тип билдәләнде. Юғары класс уҡыусыларына Хәмит сәсәндең бүләһе, Баймаҡ ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбе уҡытыусыһы Хәмитов Салауат махсус приздарын тапшырҙы.

Бәйгенең 2-се туры ҡобайырҙан өҙөктө сәхнәләштереү буйынса Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусыларына етеүсе булманы. Сара һуңында еңеүселәргә, призерҙарға, "Йәш сәсән” номинацияһында еңеүселәргә мәғариф бүлегенең дипломдары һәм маҡтау грамоталары тапшырылды.

Был конкурсҡа бәҫ өҫтәгән һәм халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыһы "Урал батыр” ҡобайырын һаҡлауға, уны халыҡҡа еткереүгә күп көс һалған Сәлимә инәй Әлмөхәмәтоваға, Салауат Хәмитовҡа мәғариф бүлеге исеменән рәхмәт белдерелде.

Дөйөм әйткәндә, бәйге бик йәнле һәм сәмле үтте. Сөнки был сарала еңеүселәр, быйыл үҙебеҙҙең Баймаҡ районында, йәмле Талҡаҫ күле буйында үтәсәк республика конкурсында ҡатнашасаҡ.


Яңылбикә Мөхәмәтйәнова, мәғариф бүлеге методисы

Фото

Просмотров: 903 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА