Главная » 2020 » Сентябрь » 11 » Бөгөн Башҡортостан халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнде
17:29
Бөгөн Башҡортостан халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнде

  Бөгөн Башҡортостан халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнде. Милли кейем – халыҡтың эске булмышының сағылышы.  Һәр халыҡтың милли кейемендә бай тарихы һаҡлана.

  Баймаҡ районы мәктәптәре, мәктәпкәсә һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында был көн ысын мәғәнәһендә оло байрамға әйләнде. Бөтә белем усаҡтарында ла Берҙәм дәрестәр , милли кейемдәр флешмобы уҙҙы, оҫталыҡ дәрестәре, ҡул оҫталары менән осрашыуҙар, ижади конкурстар үткәрелде,  төрлө милләт вәкилдәренең кейемдәре, аш-һыуҙарына арналған күргәҙмәләр ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһының Ғаилә хеҙмәте һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының беренсе урынбаҫары Мельников Ю.М.,  Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Әминев Ф.Ғ, уның беренсе урынбаҫары Сирғәлина Г.К., мәғариф бүлеге етәксеһе Зәйнуллин И.Ә. Баймаҡ 1-се мәктәбендә, «Миләш»  балалар баҡсаһында ойошторолған сараларҙа ҡатнашты. Баймаҡ лицей интернаты һәм ҡаланың 2-се мәктәптәрендә лә  асыҡ саралар үтте.  Был көндө бер генә уҡыусы ла, уҡытыусы ла ситтә ҡалманы.

  Милли асылыбыҙҙы юғалтмай, ғорурланып йәшәргә яҙһын! Рухи мираҫты онотмайыҡ, уны киләсәк быуынға лайыҡлы тапшырайыҡ!

Милли кейемдәр көнөндә

Баймаҡтар һынатманы,

Хазинабыҙ өлгөләрен

Дәрестәрҙә данланы.

Беҙ гел  һабантуй,концертта

Күрҙек милли кейемде,

Уҡытыусы,уҡыусы ла

Бөгөн шулай кейенде.

Һәр береһенең кейеме

Ҡамаштыра күҙҙәрҙе,

Барыһына әйтке килә

Изге, матур һүҙҙәрҙе.

Милләттең эске донъяһы

Сағыла кейемдәрҙә,

Ул биҙәүес,аҫыл таштар

Тағы бар һуң кемдәрҙә?!

Милли кейемдәге халҡым

Мәңге йәшәһен ерҙә,

Туғанлыҡ, дуҫлыҡ ептәре

Яңғыраһын тыуған телдә!

                                                        (Н.Мәмбәтова)

Просмотров: 671 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА