Главная » 2021 » Март » 4 » Бөгөн «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021» регион-ара конкурсы старт алды
16:19
Бөгөн «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021» регион-ара конкурсы старт алды

  Бөгөн  «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021» регион-ара конкурсы старт алды. Бәйге быйыл 26-сы тапҡыр ойошторола. Киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән талантлы уҡытыусыларҙы асҡан был конкурс  иҫ киткес бай тарихлы.

   Быйылғы бәйгелә барлығы 53 уҡытыусы ҡатнаша. Уларҙың алтыһы күрше – Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән. 

  Конкурс өс турҙан тора. Онлайн һәм офлайн форматта улар “Методик оҫтахана”,”Дәрес”,”Милли кейемде презентациялау”,”Оҫталыҡ класы”,”Ата-әсәләр менән әңгәмә”,”Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән прес-конференция” кеүек конкурс һынауҙары үтә.

   Беҙҙең райондың намыҫын Түбә урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исхакова Дилә Әҙеһәм ҡыҙы яҡлай. Ул бөгөн үҙенең методик оҫтаханаһы менән таныштырҙы. Дилә Әҙеһәм ҡыҙына уңыштар, сәм, илһам, дәрт  теләйбеҙ! 

Просмотров: 268 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА