Главная » 2013 » Декабрь » 18 » «Аҡмулла һәм уның замандаштары” Интернет – олимпиадаһы
07:18
«Аҡмулла һәм уның замандаштары” Интернет – олимпиадаһы

12 декабрҙә Баймаҡ 1-се һанлы мәктәбенән бер төркөм уҡыусылар Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында булып ҡайттылар. Улар «Аҡмулла һәм уның замандаштары”  башы аҫтында үткән Интернет – олимпиадала ҡатнашып юғары күрһәткестәргә өлгәшкәйнеләр. 10 класс уҡыусыһы Ғәбитова Таңсулпан 3-сө урын яулап Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһына һәм Зөһрә Ҡотлогилдинаның махсус призына лайыҡ булды. 7 класс уҡыусылары Мырҙабаев Айҙар менән Сирбаев Ильяс юғары күрһәткестәре өсөн Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр. Был тантанаға алыҫ Ҡаҙағстандан килгән ҡунаҡтар менән күрешеп яҡындан танышыу, Аҡмулланың шиғырҙарын француз теленә тәржемә итеүсе ошо уҡыу йорто студенты Вячеслав Чернов менән аралашыу, филология фәндәре кандидаты Әхәт Ханнан улы Вильдановтың һабаҡтарын тыңлау балалар күңелендә бөтмәҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.




Просмотров: 882 | Добавил: ROO
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
ОБРАЗОВАНИЕ
НАШ АДРЕС
РОССИЯ, РЕСП. БАШКОРТОСТАН
453630, Баймакский район, г.Баймак
ул. Горького, д.26



+7 34751 3-14-85 bgroo@mail.ru
СХЕМА ПРОЕЗДА